Мөғжизә нисек тыуа?
Кәзә тарағанда тәүҙә һирәк, ә һуңынан тығыҙ тешле тараҡ ҡулланалар. Малдың тәнен ауырттырмаҫ өсөн, яйлап, һаҡ ҡына эш итәләр. Бер кәзәнән өс йөҙ грамм самаһы дебет сыға.
Таралған дебетте бысраҡтан, саңдан, ҡылдан таҙалайҙар. Артабан төҫө, ҡалынлығы, оҙонлоғо буйынса бүлеп сығалар. Дебет менән булышыу түҙемлек талап итә, ни өсөн тигәндә, бөтә эш ҡул көсө менән башҡарыла.
Йөндө айырып алғандан һуң йыуалар һәм майһыҙландыралар. Иң аҙаҡтан йөндө шапалайҙар һәм ул ебәктәй йомшаҡ ҡына булып китә.
